Вернуться к обычному виду
Русская версия Башкирская версия
Закрыть
Авторизация
Логин:
Пароль:

Забыли пароль?
Регистрация

Яңылыҡтар

Һеҙ киләсәгебеҙҙе төҙөйһөгөҙ

2010-08-09

Хөрмәтле төҙөлөш тармағы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Төҙөүселәр көнө менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайым! Төҙөүсе һөнәре – иң изге һәм хөрмәтле һөнәрҙәрҙең береһе. Иҡтисадтың үҫеш динамикаһы һәм халыҡтың именлеге күп осраҡта тап һеҙҙең хеҙмәт күрһәткестәренә бәйле. Һеҙҙең тырышлыҡ арҡаһында йылдан-йыл ҡалабыҙҙың, ауылдарҙың күркәмләнеүен күреү өсөн тирә-яҡҡа әйләнеп ҡарау ҙа етә. Һөнәри байрамығыҙҙы һеҙ яңы ҡаҙаныштар менән ҡаршы алаһығыҙ. Күләме арта барған инвестициялар үҙләштерелә, район өсөн мөһим булған объекттар һәм производстволар сафҡа инә, реконструкциялана. Бөгөнгө ябай булмаған иҡтисади шарттарҙа ла һеҙҙең арҡала төҙөлөш темпы күтәрелә һәм файҙаланыуға тапшырылған объекттар һаны һиҙелерлек арта, производствоны ойоштороуға яңы перспективалы технологиялар һәм алымдар индерелә. Эш сифатын яҡшыртыу мөмкинлектәрен табып, һеҙ киләсәгебеҙҙе төҙөйһөгөҙ. Райондың төҙөлөш комплексын үҫтереүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән ветерандарға һәм уларҙың эшен дауам итеүселәргә оло рәхмәтемде белдерәм. Төҙөлөш тармағы хеҙмәткәрҙәренә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, ғаиләләренә изгелек һәм именлек теләйем!

Р. Сәйетов, муниципаль район хакимиәте башлығы.

Өйрәнәһе тәжрибәләр байтаҡ

2010-08-09

БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғ.Б. Сәлимов етәкләгән Ленин исемендәге АХК-ның райондың агросәнәғәт комплексы тормошонда тотҡан урыны ҙур. Быйылғы ауыр шарттарҙа ла юғалып ҡалманы хужалыҡ коллективы – барлыҡ көстө, производство ҡеүәтен мал аҙығы әҙерләүгә йүнәлтте. Эште оҫта ойоштора белеү, эске резервтарҙы мөмкин тиклем файҙаланыу арҡаһында кооператив ҡышты яҡшы әҙерлек менән ҡаршылаясаҡ. Хужалыҡ конвейерының барлыҡ участкаларында гөрләп торған тормош та шуға ишара. – Аяуһыҙ ҡоролоҡ ҡаты һынау ҡуйҙы, – ти Ғәлим Булат улы, – бесәнселәрҙең эше менән танышҡан ваҡытта, – шуға ҡарамаҫтан орғасы малды тулыһынса һаҡлап ҡаласаҡбыҙ. Әле мөмкин булғанса аҙыҡ туплана, ҡырҙа һалам әҙерләнә. Базалар күптән инде малды ҡабул итергә әҙер. Киләһе уңыш тураһында ла хәстәрлек күрәбеҙ – быйыл 800 гектарҙа ужым арышы сәсеп ҡалдырасаҡбыҙ. Бының өсөн ер әҙерләнгән, орлоҡ фонды тупланған. Ғөмүмән, ҡышлау миҙгелен тейешенсә ҡаршылаясаҡбыҙ. Әле хужалыҡтың бесәнлек-баҫыуҙарында мал аҙығы хәстәрләү дауам итә. Бесәнселәр Зәки Ҡотлоғужин, республиканың атҡаҙанған механизаторы Фәррәх Мәхмүтов, Шәрифулла Хәмитов, Радик Баййегетов, Ҡәнзәфәр Гөлбәйетов, Рөстәм Шахморатов, Нуриман Гөлбәйетов, Фәнил Ғәйетбаев, Илдар Сәғәҙәтов, Ишморат Хәсәновтар уңғанлыҡ күрһәтә. Зәйнулла Юлбахтин, Әхмәҙи Ишкинин, Рәмил Үҙәнбаев агрегаттарҙы ваҡытында ремонтлап-көйләп тора. Егеттәрҙең тырыш хеҙмәте менән бөгөнгә 750 тонна бесән эҫкертләп ҡуйылған да инде. Йәшел массаға килгәндә, ул 2000 тонна һалынған. Сенаж әҙерләү дауам итә – ошо көндәрҙә 90 гектарҙағы донник баҫыуына төшәсәктәр. 100 гектарҙағы судан үләненән дә яҡшы уңыш көтөлә. Мал аҙығы базаһын тулыландырыуҙа быйыл һалам да ҙур роль уйнай. Кооператив етәкселеге ваҡытында уны хәстәрләүҙе лә онотманы – әле бесәнлеккә 767 тонна һалам өйөп ҡуйылған. Был үҙе үк ҙур ярҙам. Әйтеп үтелгәнсә, производствоның барлыҡ участкаларында ла тормош ҡайнап тора. Малсылыҡта продукция етештереү яҡшы – әле үткән осорға ҡарағанда көн дә 14-15 центнерға күберәк һөт һауыла. Йыл башынан 13368 центнер, һәр һыйырҙан 2673 кг продукция алынған. Һөттән генә лә 14 млн 879 мең һум килем, 2 млн 628 мең һум табыш алынған, рентабеллек 21,5 процент тәшкил иткән. Эффектлы хужалыҡ иткәндә, малсылыҡты табышлы тармаҡҡа әйләндерергә мөмкин икәнлеген тағы бер ҡат иҫбатлай был. Шуныһы үҙенсәлекле, эш хаҡы түләү, коллектив ағзаларының социаль мәсьәләләрен хәл итеү буйынса ла бында өйрәнәһе тәжрибәләр байтаҡ. Кооператив үҙенең алдынғы малсылары менән билдәле. Һауынсылар Мөнирә Сирбаева, Мөнирә Ҡотлоғужина, Гөлсирә Мөхәмәтшина, Хәлиҙә Моталлапова, быҙау ҡараусылар Һандуғас Николаева, Гөлсәсәк Сәғитова, Рәхилә Дәүләкәнова, Мәрйәм Мөхәмәтова, малсылар Айсыуаҡ Салихов, Ғилметдин Хажин, Хәкимйән һәм Илдар Исмәғилевтар һынатмай, башҡаларға үрнәк күрһәтә. Быйылғы шарттарҙа иген культураларынан ниндәй ҙә булһа уңышҡа өмөт итеү икеле. Игенселек технологияларын аныҡ күҙәтеп эшләгәндә, ниндәйҙер кимәлдә мөмкиндер ҙә. Кооператив та быйыл үҙен тәьмин итерлек ашлыҡ йыйып алырына иҫәп тота. Ғөмүмән, коллектив та, малсылыҡ та игенһеҙ ҡалмаясаҡ.

Азамат Мөхәмәтшин.

Ут-ялҡындан һаҡланайыҡ!

2010-08-09

Бурҙан ҡала, уттан ҡалмай, тиҙәр. Янғын кешегә ҙур бәлә килтерә: бер нисә сәғәт эсендә йылдар буйына туплаған мөлкәте, ҙур көс түгеп һалған йорто, кәртә-ҡураһы көл-күмергә ҡала. Ут йыш ҡына ғүмерҙәрҙе лә аямай. Янғындан зыян күреүсе бәләгә тарығандан һуң ғына уны булдырмаҫ өсөн барыһын да эшләмәүен, тейешле саралар күреү генә түгел, ә ҡайһы саҡ янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен тейешенсә үтәмәүен асыҡ аңлай ҙа ул – тик һуң шул... Районда сыҡҡан янғындарҙы анализлау һөҙөмтәһе күрһәтеүенсә, ут менән һаҡһыҙ ҡыланыу, балаларҙың шырпы менән шаярыуы, йылытыу приборҙарын дөрөҫ файҙаланмау, электр селтәренең төҙөк булмауы уларҙың төп сәбәбе булып тора. Әлеге көнгә ҡарата беҙҙең районда үткән 7 айҙа 39 янғын сыҡты, 87 ут тоҡаныу осрағы теркәлде. Ошо арҡала 1 миллион 500 мең һумдан ашыу матди зыян күрелде. 7 миллион һумлыҡ йорт-ҡаралты ҡотҡарып ҡалынды. Һуңғы осорҙағы эҫе һәм елле көндәр янғындарҙың күбәйеүенә килтерҙе. Сүп-сар, юл буйындағы кипкән үлән, бәләкәй ҡыуаҡтар күпләп яна. Шулай уҡ шәхси ихаталарға ташып алынған бесәндең янып китеү ихтималлығы ҡырҡа артты. Ошоларҙы иҫәпкә алып, тағы ла бер тапҡыр халыҡты иҫкәртеү кәрәк, тип һанайым: уҙған йылда ғына шәхси йорттарҙа 100 тоннанан ашыу бесән янып юҡҡа сыҡты. Төп сәбәп – өлкәндәрҙең ут менән менән һаҡһыҙ эш итеүе, балаларҙың шырпы менән шаярыуы. Янғын – ҙур матди зыян килтерергә һәләтле оло бәлә. Шуға күрә лә бесән-һаламды юлдан һәм тыҡрыҡтарҙан алыҫ булған, ҡойма менән уратып алынған махсус урындарҙа һаҡларға кәрәк. Улар янында балаларҙың уйнауын тыйыу мотлаҡ, сит кешеләрҙең йөрөүен дә иғтибарға алығыҙ. Кәбәндәр, шулай уҡ ҡоро мал аҙығын һаҡлау урындары менән йорт ҡаралтылары араһында ара ҡалдырырға кәрәк. Шәхси хужалыҡтарҙа янғын сығыу осрағында ҡулланыу өсөн һыу запасы булырға тейеш. Янғын һүндереү техникаһының төҙөклөгөн, яғыулыҡ-майлау материалдары менән тәьмин ителешен контролдә тотоу зарур. Район халҡы, предприятие, хужалыҡ етәкселәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәүҙе тәьмин итергә тейеш. Әлеге осорҙа ҡый үртәүҙән, мунса, усаҡ яғыуҙан тыйылығыҙ. Балаларҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ. Бөтә урындарҙа ла – торлаҡ секторында, предприятие-ойошмаларҙа һ.б. янғын хәүефһеҙлеген тикшереү эштәре алып барырға. Ауыл биләмәләрендә янғын сыҡҡан осраҡта халыҡҡа хәбәр итеү системаһын (набат) булдырыу мотлаҡ. Янғындың ниндәй ҡот осҡос эҙемтәләргә килтереүен төптән аңлап, мөмкин булған барлыҡ иҫкәртеү сараларын күрергә кәрәк. Шунда ғына кеше ғүмерҙәрен, мөлкәтебеҙҙе һаҡлап ҡалырбыҙ.

И. Әбүбәкиров, Баймаҡ районы һәм ҡалаһының дәүләт янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү бүлеге начальнигы.

Райондағы янғын һүндереү хеҙмәттәренең телефондары һәм яуаплыларҙың исемлеге

2010-08-09

Урғаҙа – 4-53-11 (ВПО), 4-53-17 (дисп), 4-53-78 (гараж) – Ибраһимов Хәммәт, Сурмөхәмәтов Азамат Ишмөхәмәт – 4-55-85, Кәлимуллин Ислам Иҫке Сибай, Татлыбай – 4-43-20 (МПО), 4-43-46 (дисп) – Баязитов Салауат (89373392956), Ишмурзин Ғаязетдин (89371520207), Сирғәлин Насырйән (89053079134) I Төркмән – 4-41-60 (МПО), 4-41-43, 4-41-89 (дисп) – Харрасов Радин (4-42-35) Аҡморон – 4-34-72 (гараж), 4-33-70 (дисп) – Носов Валерий, Хоҙайғолов Самат, Өмөтбаев Әғләм Бикеш – 4-71-31, 4-71-46 (дисп) – Бородин Сергей (4-72-98) Мерәҫ – 4-28-45 (ВПО), 4-28-18 (дисп) – Сырлыбаев Ишмөхәмәт, Заманов Салауат, Нәҙербаев Әнүәр Темәс – 4-83-88 (өй), 4-84-26 – Наҙарғолов Һатыбал (89093477484), Ҡаҙаҡбаев Роберт (89279603482), Насыров Камил (89050067929) Ҡуянтау – 4-23-24 (дисп), 4-23-87 – Горюнов Владимир, Амантаев Дамир Ишмырҙа – 4-26-31, 4-26-25 (дисп) – Ғибәҙуллин Урал, Шәғәҙәтов Әнүәр, Иҫәндәүләтов Илшат Ҡолсора – 4-91-37 (мәктәп) – Самарбаев Фирғәт Таулыҡай – 4-77-41 – Ғимазов Урал, Дәүләкәнов Шәһит, Сәғәҙәтов Зәки, Ғәлин Рәхимйән Ниғәмәт – 4-75-44, 4-75-74, – Кәримов Урал Бетерә – 4-81-47 – Нәбиуллин Тимур, Нәбиуллин Илсур Йомаш – 4-61-32 (дисп) – Йомашев Садиҡ I Этҡол – 4-24-30, 4-24-35 – Азаматов Мансур Ярат, Йәрмөхәмәт – 4-65-06 (өй), 4-65-35 (дисп) – Ҡарамырҙин Миңлеғәле Әбделкәрим, Алғаҙы – 4-36-22 (а/б), 4-37-11 (староста) – Сәйетҡолов Йәмил, Урманов Сәғит Билал – 4-85-41 (а/б), 4-85-18 (а/б) – Булатов Радмир Ишей – 4-79-43, 4-81-46, 4-79-19 (мәктәп) – Кудрешов Валерий, Килмөхәмәтов Рауил Күсей – 4-48-12 (ауыл хакимиәте) – Йыһаншин Мират Түбә 104-се янғын часы– 4-93-01 Баймаҡ ҡалаһындағы 114-се янғын часы – 01, 3-12-30.

Төҙөүсе – һәр заманда маҡтаулы һөнәр

2010-08-09

Баймаҡта төҙөлөш комплексы, республиканың башҡа төбәктәрендәге кеүек үк, йылдан-йыл үҫеш ала бара. Төҙөлөштә алдынғы технологиялар үҙләштерелә, заманса материалдар һәм конструкциялар файҙаланыла. “Баймаҡ механизацияланған күсмә колоннаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт коллективы ла һөнәри байрамы алдынан эштәренә йомғаҡ яһай, күрһәткестәрен барлай. Районда ғына түгел, күршеләрҙә лә бер-бер артлы социаль объекттарҙың ҡалҡып сығыуында Баймаҡ төҙөүселәренең өлөшө бар. Бөгөн предприятиела яҡынса 550 кеше эшләй. Уларҙың барыһы ла үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған. Предприятие көсө менән йыл башынан 241 млн 34 мең һумлыҡ эш баш-ҡарылған. Бөгөн 5 объектта тө-ҙөлөш алып барыла. Ошо көн-дәрҙә Иҫән ауылында тау саң-ғыһы өсөн канат-буксир трасса-һы төҙөлә башлаған. Ул ҡышҡа әҙер буласаҡ. “Баймаҡ ПМК-һы” ЯСЙ-һы бер нисә йыл инде Хәйбулла районындағы “Юбилей” руда ятҡылығында тау-байыҡтырыу фабрикаһын төҙөүҙә ҡатнаша. Субподрядсылар менән бер-лектә йәмғеһе 246 кеше эшләй. Бынан ике йыл элек унда булғанда баймаҡтар ашхана һәм административ корпусты төҙөй ине. Бөгөн беҙҙең төҙөү-селәргә ете ҙур һәм тағы ла бер нисә бәләкәй объект төҙөү йөкмәтелгән. Был үҙе үк предприятиеның ышаныслы йәмғиәт икәнлеге хаҡында һөйләй түгелме?! Баймаҡ төҙөүселәренең тағы ла бер мөһим объекты – Темәс ауылындағы мәҙәниәт йорто. Барлыҡ эштәр прораб Ирек Сынбулат улы Кәримов етәкселегендәге 50 кешенән торған бригадаға йөкмәтелгән. Унда реконструкция эштәре киң йәйелдерелгән: ҡыйыҡ, ишек-тәҙрәләр, иҙән тулыһынса яңыртылған. Шулай уҡ һыу, йылылыҡ, канализация торбалары, электр линияһы алмаштырылған, тышҡы селтәрҙәрҙе һалыу буйынса эштәр дауам итә. Янғын сигнализацияһы үткәрелгән. Әле ҡоймаларҙы яңыртыу, бинаның эргә-тирәһенә асфальт түшәү кеүек эштәр ҡалған. Яңы һулыш алған мәҙәниәт йорто быйыл сентябрҙә файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Сибайҙа 500 урынлыҡ көплө каток төҙөлөшөндә прораб Алексей Васильевич Власовтың бригадаһы эшләй. Каток заманса технологияларға таянып төҙөлә. Эске инженер селтәрҙәрен һалыу тамамланған, әле эштәр тышта дауам итә. Катокты быйыл октябрҙә файҙаланыуға тапшырыу ҡарала. Мәғлүм булыуынса, июлдә Өфөлә һөнәре буйынса иң яҡшы төҙөүсене билдәләү маҡсатында сираттағы республика конкурсы үткәйне. Уны БР-ҙың Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығы, “Башҡортостан төҙөүселәр союзы” ойошмаһы һәм Рәсәй төҙөүселәр профсоюзының Башҡортостан Республикаһы ойошмаһы ойошторҙо. Конкурста Башҡортостандың төрлө төбәктәренән иң ҙур төҙөлөш предприятиеларынан һаналған ун ойошманан оҫталар ҡатнашты. Быйыл был конкурста беренсе тапҡыр Баймаҡ төҙөүселәре лә ҡатнашып, үҙ көстәрен һынап ҡараны. Әйтергә кәрәк, көньяҡ-көнсығыш райондарынан улар берҙән-бер команда булған. Конкурста биҙәүселәр Ғәҙел Заһит улы Солтанғолов менән Илфат Илдар улы Аллаяров, ташсылар Мирас Әхиәт улы Ғәйетбаев, Руслан Александрович Кульшин, плита һалыусылар Флүзә Фәтхислам ҡыҙы Фәйзуллина, Айсыуаҡ Сирғәле улы Сыңғыҙовтар ҡатнашты. Һөҙөмтәләр беҙҙең өсөн бик тә ҡыуаныслы: Флүзә Фәйзуллина менән Айсыуаҡ Сыңғыҙов үҙ номинациялары буйынса икенсе урынға сыҡты. Предприятиеның матди-техник базаһын нығытыуға ла иғтибар бирелә, яңы техника менән тулылана. Былтыр йыл башынан предприятие үҙ ҡарамағына алған Темәс ауылындағы кирбес заводы ла ярайһы уңышлы ғына эшләй. Бөгөн уның менән Герман Ридер улы Солтангилдин етәкселек итә. Заводта башлыса керамика кирбестәре етештерелә. Йыл башынан заводта 3 миллион 728 меңдән ашыу продукция әҙерләнгән, шуның 22,7 миллионы һатылған. Күреүегеҙсә, темәстәрҙең кирбесе ҙур һорау менән файҙалана. Башлыса улар йәмғиәт алып барған төҙөлөшкә, шулай уҡ Магнитогорск ҡалаһына оҙатыла. Сибай ҡалаһындағы сауҙа нөктәһенә лә һатыуға сығарыла. Ошо көндәрҙә Магнитогорск ҡалаһында ла сауҙа майҙансығы асыу күҙ уңында тотола. Заводты 112 кешенән торған коллектив берләштерә. Машинист Рәүил Йәнгилдин, операторҙар Илсур Йосопов, Илһам Айытбаев, слесарь Илгиз Байрамғоловтар – хеҙмәт алдынғылары. Предприятиеның юғары күрһәткестәрен тәүге сиратта эшселәрҙең тырыш хеҙмәте билдәләй. Төҙөүселәр көнө уңайы менән ташсылар Руслан Кульшин, Илнур Сәғәҙиев, Абдулхаҡ Буранбаев, Мирас Ғәйетбаев, биҙәүселәр Яңылбикә Таһирова, Гөлдәр Ғәлимова, Иршат Йосопов, бухгалтер Вәсилә Байғотлина, машинист Илдар Мәзитов, ярҙамсы хужалыҡ эшселәре Менәүрә Маркабаева, Хаммат Үҙәнбаев, иретеп йәбештереүселәр бригадаһы бригадиры Сергей Фролов, балта оҫталары Зиннәт Йәнтилин, Мәлик Әлибаев, электрик Рәфҡәт Шәрипов, слесарь Рәил Сырлыбаев, хеҙмәт ветераны Р.М. Романоваларҙың фиҙаҡәр хеҙмәтен баһалап китергә кәрәк. Һөнәри байрамдары уңайынан Баймаҡ төҙөүселәрен ихлас ҡотлап, артабан да уңышлы эшләүҙәрен теләйбеҙ.